Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, имандаштар, мин янығыҙға киләм һәм бүтән төрлө телдәрҙә һөйләйем икән, ти. Ул ваҡытта минән ниндәй файҙа? Асылышты йәки белемде, пәйғәмбәрлек һүҙен йәки өйрәтеүҙе аңлайышлы һүҙҙәр менән аңлатҡанда ғына һеҙгә файҙа килтерә алырмын бит. Миҫалға флейта йә арфа кеүек йәнһеҙ уйын ҡоралын алайыҡ. Уларҙан сыҡҡан моң бер-береһенән айырылмай икән, флейтала йәки арфала ниндәй көй уйнағандарын аңлап булырмы? Әгәр борғо аңлайышһыҙ тауыш сығарһа, яуға кем әҙерләнер? Бына шулай һеҙ ҙә телегеҙ менән аңлайышһыҙ һүҙҙәр әйтһәгеҙ, нимә һөйләгәнегеҙҙе нисек аңларҙар? Һеҙ бит һүҙҙәрегеҙҙе елгә генә осорорһоғоҙ.
Выбор основного перевода