Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Шунан һуң шәкерттәр, Ғайса менән үҙҙәре генә ҡалғас, Унан: – Ни өсөн беҙ уны ҡыуып сығара алманыҡ икән? – тип һоранылар. – Сөнки иманығыҙ аҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә һеҙҙең горчица орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, бынау тауға: «Бынан тегендә күс», – тип әйтһәгеҙ, ул урынынан күсер ине. Шул саҡта һеҙҙең ҡулығыҙҙан килмәгән һис бер нәмә булмаҫ ине. Иманға килгәндәрҙе ошо билдәләр оҙатып йөрөр: улар Минең исемемде әйтеп, ендәрҙе ҡыуып сығарыр, яңы телдәрҙә һөйләшер, ҡулдарына йылан алһалар ҙа, ағыулы нәмә эсһәләр ҙә, зарарын күрмәҫтәр; ауырыу кешеләргә ҡулдарын ҡуйһалар, улар һауығыр. Алла Үҙ берҙәмлегендә тәүгеләрҙе – илселәр, икенселәрҙе – пәйғәмбәрҙәр, өсөнсөләрҙе өйрәтеүселәр итеп ҡуйған. Артабан ҡайһы берәүҙәргә мөғжизә күрһәтеү һәләте, дауалап-һауыҡтырыу, башҡаларға – ярҙам күрһәтеү, идара итеү һәм бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте бирелгән. Барыһының да дауалап-һауыҡтырыу һәләте бармы? Һәммәһе лә бүтән төрлө телдәрҙә һөйләшәме? Барыһы ла был телдәрҙе аңлата аламы?
Выбор основного перевода