Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1. Коринфянам
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Алланы танып белеүгә ҡаршы тәкәббер рәүештә ҡалҡҡан һәр төрлө ҡаршылыҡтарҙы емерәбеҙ һәм һәр төрлө уй-ниәтте эләктереп алып, Мәсихкә буйһондорабыҙ. Имандаштарым, данлы Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә инаныусылар булараҡ, һәр кемгә тигеҙ ҡарағыҙ. Әйтәйек, һеҙҙең ҡорға ҡупшы кейенгән, алтын балдаҡ таҡҡан кеше һәм шулай уҡ туҙған кейемле фәҡир килеп инде, ти. Һеҙ бай кейемлегә күберәк иғтибар күрһәтеп: «Һин, рәхим итеп, бына бында, яҡшы урынға ултыр», – тиһәгеҙ, ә фәҡиргә: «Ана тегендә баҫып тор» йәки «Иҙәнгә, аяғым осона ултыр», – тип әйтһәгеҙ, һеҙ имандаштар араһында кеше айырып, насар фекергә таяныусы хөкөмдар кеүек булаһығыҙ түгелме? Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм Батшалыҡты мираҫ итеп алһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни?
1. Коринфянам
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Выбор основного перевода