Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1. Иоанна
1 2 3 4 5
Параллельные места
Иң элек Һүҙ булған. Һүҙ Алла менән булған һәм Һүҙ Алла булған. Һүҙ иң элек үк Алла менән булған. Ул тормош сығанағы булып торған, ә тормош кешеләргә яҡтылыҡ булған. Һүҙ кеше булды ла, беҙҙең арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның бөйөклөгөн – Атаның берҙән-бер Улында булған данлы бөйөклөгөн күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һүҙемде тыңлап, Мине Ебәреүсегә инанған кеше мәңгелек тормошҡа эйә була. Ул Хөкөм ҡаршыһына баҫмаясаҡ, сөнки ул инде үлемдән тормошҡа күсте. Унан Фомаға: – Бармағыңды бында һуҙ ҙа ҡулдарыма ҡара. Ҡулың менән ҡабырғамдағы йәрәхәткә тей! Башҡаса шикләнмә һәм ышан, – тине. Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ, – тип яуап бирҙе. Беҙ һеҙгә Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең ҡөҙрәте һәм Уның килеүе тураһындағы оҫта ғына уйлап сығарылған хикәйәттәргә эйәреп түгел, ә Уның бөйөклөгөн үҙ күҙҙәре менән күргән кеше булараҡ һөйләнек. Аталар, һеҙгә яҙам, сөнки һеҙ баштан уҡ Булыусыны танып беләһегеҙ. Егеттәр, һеҙгә яҙам, сөнки һеҙ Иблисте еңдегеҙ. Балалар, һеҙгә яҙҙым, сөнки һеҙ Атаны танып белдегеҙ. Аталар, мин һеҙгә яҙҙым, сөнки һеҙ баштан уҡ Булыусыны танып белдегеҙ. Егеттәр, мин һеҙгә яҙҙым, сөнки һеҙ көслө, Алла һүҙе һеҙҙең күңелегеҙҙә йәшәй, һәм һеҙ Иблисте еңдегеҙ.
1. Иоанна
1 2 3 4 5
Выбор основного перевода