Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1. Фессалоникийцам
1 2 3 4 5
Параллельные места
Ғайса Үҙенең шәкерттәренә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйенсә, һәр ваҡыт доға ҡылырға кәрәклеге тураһында ошондай ҡисса һөйләгән: – Бер ҡалала Алланан да ҡурҡмаған, кешеләрҙән дә тартынмаған хөкөмдар йәшәгән. Ошо уҡ ҡалала бер тол ҡатын да ғүмер иткән һәм ул хөкөмдар янына килеп: «Миңә ҡаршы булған кеше менән дәғүәләшеүҙә миңә тейешле баһа бир», – тигән. Әммә хөкөмдар дәғүәне оҙаҡ ваҡыт хәл итергә теләмәгән. Аҙаҡ былай тип уйлаған: «Алланан ҡурҡмаһам да, кешеләрҙән тартынмаһам да, ошо тол ҡатын миңә тынғылыҡ бирмәгәнлектән, уның дәғүәһен хәл итәйем, башҡаса аптыратып килеп йөрөмәһен». Раббы Ғайса былай тип тамамлаған: – Намыҫһыҙ хөкөмдарҙың нимә уйлағанына иғтибар иттегеҙме? Алла көнө-төнө Үҙен ярҙамға саҡырыусы Үҙе һайлап алған кешеләрен яҡламаҫмы һуң? Оҙаҡҡа һуҙырмы ни? Һеҙгә әйтәм: Ул оҙаҡҡа һуҙмаҫ, яҡлар. Әммә Әҙәм Улы килгәс, ерҙә иман табырмы икән? Үҙегеҙҙә булған өмөткә ҡыуанығыҙ, ҡайғыларҙа ныҡ булығыҙ, арымай-талмай доға ҡылығыҙ.
1. Фессалоникийцам
1 2 3 4 5
Выбор основного перевода