Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1. Фессалоникийцам
1 2 3 4 5
Параллельные места
Артабан, имандаштар, Алла ҡәнәғәт булырлыҡ итеп нисек йәшәргә кәрәклеге тураһында өйрәтеүебеҙҙе ҡабул иткәндән һуң, һеҙ шулай йәшәйһегеҙ. Әммә һеҙҙән Ғайса Мәсих хаҡына тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе үтенеп һорайбыҙ, Имандаштарығыҙҙы яратыу тураһында яҙыуҙың кәрәге юҡ, сөнки Алла һеҙҙең үҙегеҙҙе бер-берегеҙҙе яратырға өйрәтте, һәм һеҙ бөтөн Македонияла йәшәгән имандаштарығыҙҙы яратаһығыҙ бит. Имандаштар, үтенеп һорайбыҙ, бер-берегеҙҙе тағы ла нығыраҡ яратһағыҙ ине. Аллаға ихлас табыныуға – туғандарса яратыу, туғандарса яратыуға мөхәббәт өҫтәгеҙ. Ҡәҙерлеләрем! Бер-беребеҙҙе яратайыҡ, сөнки мөхәббәт Алланан килә. Һәр яратыусы Алланан тыуған һәм Алланы танып белә. Алланы бер кем һис ҡасан күрмәгән. Әгәр бер-беребеҙҙе яратабыҙ икән, Алла беҙҙә йәшәй һәм Уның мөхәббәте беҙҙә камиллашҡан була.
1. Фессалоникийцам
1 2 3 4 5
Выбор основного перевода